ЖУРНАЛИСТАР СОЮЗЫ  Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы, сәйәси булмаған ижади берекмә. Өфөлә 1957 й. ойошторола. Төп маҡсаттары һәм бурыстары: һүҙ һәм матбуғат иркен тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү, журналистарҙың һөнәри кимәлен күтәреү, берекмә ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм һөнәри мәнфәғәттәрен яҡлау. Ж.с. журналистар съездарын, ижади осрашыуҙар, конкурстар ойоштора һәм үткәрә; йәш журналистарға һөнәри‑ижади эштә ярҙам итә, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ш.Ә.Хоҙайбирҙин ис., РФ Ж.с. һәм Халыҡ‑ара журналистар союздары конфедерацияһының пр., журналистарҙы маҡтаулы исемдәргә һәм дәүләт наградаларына тәҡдим итә һ.б. Юғары етәксе органы — съезд (5 йылға 1 тапҡыр), башҡарма органы — рәйес етәкселегендәге идара. Ж.с. структураһына беренсел ойошмалар һәм район‑ара ижади берекмәләр инә. Ж.с. Интернет‑журналистика хартияһын булдырған, йыл һайын “Башҡортостандың алтын ҡаурыйы”, “Матбуғат йөҙө” респ. конкурстарын, Респ. йәш журналистар фестивален һ.б. үткәрә. Ойошма м‑н Д.М.Бүләков, А.Ғ.Исмәғилев, Ғ.Й.Рамаҙанов, М.Сәлим, Р.З.Хажиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.Р.Шаммасов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.