ИШКИНИН Таһир Хабрахман улы (17.8.1964, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1999). 1984 й. алып Силәбе өлк. һәм Баймаҡ р‑нының район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары дир., художество етәксеһе, 1991 й. — “Йәшлек” гәз. хәбәрсеһе. 1995 й. башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑тында (2000 й. алып яуаплы секретарь). 2001 й. башлап Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе. Соц.‑иҡт. һәм ижт.‑сәйәси темаларға памфлеттар һәм публицистик мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2009).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке