ИТАР—ТАСС, Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы. БР‑ҙағы И.—Т. вәкиллеге Өфөлә урынлашҡан. Сәйәси, иҡт., соц.-мәҙәни һ.б. төрлө характерҙағы оператив мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә йыйыу, эшкәртеү һәм тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә (ҡара: “Мәғлүмәт агентлыҡтары”). Тарихы 1922 й. берләштерелгән Рәсәй телеграф агентлығының Өфө губ. бүлексәһенән (УфгубРОСТА; Өфөлә 1919 й. ойошторола) һәм РОСТА‑ның Башҡ‑н өлкә бүлексәһенән (БашРОСТА; Стәрлетамаҡ ҡ., 1920) башлана. 1935 й. БашРОСТА исеме СССР телеграф агентлығының Башҡ‑н бүлексәһе (БашТАСС) тип алмаштырыла, 1941 й. ТАСС‑тың Башҡ‑ндағы корреспондент пункты тип үҙгәртеп ҡорола, 1992 й. алып БР‑ҙа И.—Т. корреспондент пункты, 1995 й. — БР‑ҙа И.—Т. төбәк үҙәге, 2011 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

К.Ш.Шаһвәлиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.