ИМАМОВ Зиф Нурихан улы (15.12.1940, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Йүкәлекүл а. — 10.8.2006, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Көшөл а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1982). Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1973). Киң мәғлүмәт сараларында эшләй: 1967 й. алып, 1980—82 йй. һәм 1993—94 йй. — “Юлдаш” (ҡара: “Юлдаш. Вести”), 1968 й. башлап — “Ленинсы”, 1972 й. — “Литературная Россия” (“Әҙәби Рәсәй”; Мәскәү), 1972—75 йй. — “Вечерняя Уфа”, 1988—93 йй. — “Кызыл таң”, 1994—99 йй. — “Известия Башкортостана” һ.б. гәзиттәрҙә. Иҡт., мәҙәниәт, соц. өлкә проблемаларына арналған публицистик мәҡәләләр һәм очерктар, ш. уҡ повестар, юмористик хикәйәләр, фельетондар һ.б. авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1998).

Хеҙм.: Продолжение легенды: роман-хроника в док. повестях, очерках и репортажах. Уфа, 1999 (авторҙ.); След на земле: о настоящем Пахаре и истинном Сеятеле. Уфа, 2000; Территория любви: роман-хроника об отчем крае на изломе времён. Уфа, 2006.

И.Х.Тимерханов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018