АВЕРШИНА (Бигеева) Людмила Васильевна (2.9.1954, Өфө), цирк артисткаһы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). “Спартак” ДСО‑һының акробатика секцияһында шөғөлләнә (тренеры М.А.Шәмиғолов). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективында “Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар” номерында, бер үк ваҡытта 1979—82 йй. С.Ш.Бигеев м‑н “Жонглёрҙар” номерында эшләй. Донъяла берҙән‑бер оҙон ағас аяҡтарҙа сальто‑мортале башҡарыусы. Польша, СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.