“ЗДРАВООХРАНЕНИЕ И СОЦИАЛЬНОЕ РАЗВИТИЕ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы һәм социаль үҫеше”), фәнни‑ғәмәли журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР‑ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты соц. яҡлау министрлығы, «“Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы” нәшриәте» ЯСЙ. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 2 мең дана (2011). 1992 й. алып “Здравоохранение Башкортостана” (“Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы”) исемендә нәшер ителә, 2006 й. сент. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Журнал биттәрендә хәҙ. медицинаның киләсәге һәм үҫеш йүнәлеше проблемалары, ғәмәли һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡ һаулығы, экология мәсьәләләре яҡтыртыла; фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләре, күренекле ғалимдар, фәнни мәктәптәр һәм коллективтар т‑да мәҡәләләр һәм очерктар баҫыла. Рубрикалары: “Медицина ярҙамын ойоштороу”, “Теоретик медицина мәсьәләләре”, “Күҙәтеүҙәр. Лекциялар”, “Клиник медицина”, “Халыҡ һаулығы, экология, профпатология” һ.б. Журналдың махсус тематик баҫмалары серияһы һаулыҡ һаҡлауҙың айырым өлкәләрен һәм йүнәлештәрен, фәнни‑ғәмәли конференция, съезд, симпозиум материалдарын яҡтырта. Баш мөхәррирҙәре: А.Х.Түрйәнов (1992 й. алып), З.Й.Мортазин (1995 й. алып), С.В.Шәһәрова (1999 й. алып), Р.М.Хәсәнов (2001 й. алып), Ф.Б.Шәмиғолов (2003 й. алып), Ф.Ә.Ямалетдинов (2006 й. алып).

Н.В.Әхмәтова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика