АВДОШКИН Семён Егорович (15.8.1918, Орёл губ. Волосово а. — 9.3.1962, Стәрлетамаҡ ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 350‑се уҡсылар див. 1178‑се уҡсылар полкының пулемёт ротаһы ком. өлкән лейт. А. 1944 й. 29 июлендә Сандомир ҡ. (Польша) янында Висла й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. алып запаста. 1945—62 йй. Стәрлетамаҡ ликёр‑араҡы з‑дында эшләй. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡта Геройға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Сотников И. Бесстрашный командир //Славные сыны Башкирии. Кн. 3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018