ЖИВИТЧЕНКО Эдуард Вячеславович (11.7.1961, Салауат ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (1999). Журналистар союзы ағзаһы (1986). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1990). 1985 й. алып “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; ҡара: “Выбор”) гәз. мөхәррир урынбаҫары. 1991—2001 йй. “Восход” — “Торатау” (“Таң” — “Торатау”; ҡара: “Восход”) гәз. баш мөхәррире, 2002—03 йй. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы инженеры, 2005 й. — “Полиграфсервис” ЯСЙ‑ның ген. директоры (бөтәһе лә — Ишембай ҡ.), 2013 й. — “Выбор” гәз. сығарыусы яуаплы мөхәррире. Мәҙәниәт, ижт.‑сәйәси тормош, БР‑ҙа экология мәсьәләләре һ.б. т‑да яҙылған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. премия лауреаты (1991).

Әҫәрҙ.: Трудное золото Ишимбая. Ишимбай, 2004.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.