ЕРМЕКЕЕВСКИЕ НОВОСТИ” (“Йәрмәкәй яңылыҡтары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БРҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Яңы еңеүҙәргә” редакция-нәшриәт комплексы » ДУП‑ы. Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ярмәкәй яңалыклары”) телдәрендә сыға. 1935 й. ноябр. алып татар телендә “Сталинский путь” (“Сталин юлы”) исеме м‑н нәшер ителә; 1956 й. — “Ударник полей” (“Баҫыу ударнигы”) гәз. (1939 й. алып урыҫ телендә сыҡҡан; 1942 й. тиклем “Сталинский путь” исемен йөрөткән, 1943—45 йй. баҫылмай) м-н берләшкәндән һуң урыҫ һәм татар телдәрендә “Ленинское знамя” (“Ленин байрағы”) булып сыға, 1969 й. башлап “К новым победам” (“Яңы еңеүҙәргә”). 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә; шул уҡ йылдан айына 2 тапҡыр башҡ. телендә “Етегән” ҡушымтаһы сыға. 1963— 68 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика