ЕРГИН Юрий Викторович (16.6.1940, Мәскәү), журналист, физик. Физика‑матем. ф. канд. (1966). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы ағзаһы (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1962), 1965 й. алып шунда уҡ эшләй (1976—88 йй. дөйөм физика каф. мөдире). Башҡортостандың мәғариф һәм фән тарихы б‑са китаптар, мәҡәләләр, ш. уҡ 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2009).

Хеҙм.: Магнитные свойства и структура растворов электролитов. М., 1983; Уфимский физический институт (1919—1937). 2‑е изд., доп. Уфа, 2006; У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башкирского государственного университета. 2‑е изд., доп. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика