“ДУВАНСКИЙ ВЕСТНИК” (“Дыуан хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары —БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Дыуан хәбәрҙәре” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1933 й. — мартынан урыҫ телендә “Колхозник” (“Колхозсы”), 1962 й. ғин. — “Знамя коммунизма” (“Коммунизм байрағы”), 1962 й. июненән — урыҫ телендә “Ленинское знамя” (“Ленин байрағы”) һәм башҡ. телендә “Ленин байрағы” (1964 й. тиклем), 1991 й. алып хәҙ. исеме м‑н нәшер ителә.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018