ЕР АҪТЫ, ер ҡатламының тупраҡ-үҫемлектәр ҡатламынан, ә ул булмаған саҡта — ер өҫтөнән, һыу ятҡылыҡтары төбөнән һәм һыу ағымдарынан аҫтараҡ, геол. өйрәнеү һәм үҙләштереү мөмкин булған тәрәнлектә ятҡан өлөшө. РФ терр‑яһы сиктәрендәге Е.а. һәм ундағы файҙалы ҡаҙылмалар дәүләт милке һанала. РФ‑та — Е.а. м‑н файҙаланыуҙың хоҡуҡи режимы РФ‑тың “Ер аҫты тураһында”ғы законы һәм уға ярашлы ҡабул ителгән башҡа федераль закондар, хоҡуҡи һәм норматив акттар; республикала БР Конституцияһы, БР‑ҙың Е.а. т‑дағы кодексы һ.б. хоҡуҡи һәм норматив акттар м‑н көйләнә. БР терр‑яһында Е.а. файҙаланыуға тапшырыу лицензия рәүешендә дәүләт рөхсәте м‑н рәсмиләштерелә. Лицензия эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелә һәм хужаһының билдәле сиктәрҙә, күрһәтелгән маҡсаттарға ярашлы, билдәләнгән ваҡыт эсендә, алдан билдәләнгән шарттарҙы үтәгән осраҡта Е.а. участкаһы м‑н файҙаланыу хоҡуғын раҫлай. Е.а. геол. өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, ер аҫты ҡоролмалары төҙөү һәм файҙаланыу, махсус һаҡланыусы геол. объекттарҙы булдырыу, геол. коллекция материалдары йыйыу өсөн файҙаланыуға бирелә. БР‑ҙа Е.а. файҙаланыу хоҡуғын Е.а. фонды м‑н идара итеү федераль органы, респ. Е.а. файҙаланыу мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендәге башҡарма власть органы бирә. Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалары булған һәм урындағы әһәмиәттәге Е.а. участкалары м‑н файҙаланыу хоҡуғын биреү респ. органы компетенцияһына ҡарай. Шулай уҡ ҡара: Тау эше.

Д.Э.Цабадзе

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика