ИШЕМБАЙ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Башҡортостанда асылған тәүге углеводородтар ятҡылығы. Ишембай р‑нында урынлашҡан. Ағиҙел депрессияһының көнбайыш ҡырында урынлашҡан аҫҡы пермдең 6 күмелгән барьерлы риф массивтары бәйләме булып тора. Оҙонлоғо 8,5 км, киңлеге 2 км тиклем. Әртә ярусы эзбизташтары нефть сығышлы. Продуктив ултырмалар ятышы тәрәнлеге 255—1200 м. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,881 г/см3), түбән ҡуйылыҡта (2—3 Мпа•с), көкөртлө (1,9%‑ҡа тиклем), газлылығы 127 м33; нефттең дебиты тәүлегенә 0,4—86,8 т, шыйыҡсаның — 0,1—86,8 т. 1932 й. асыла һәм файҙаланыуға тапшырыла. И.н.я. тәүге тапҡыр ятҡылыҡтарҙы арттырыу һәм эшкәртеүҙең күп алымдары, скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулдары һ.б. индерелә. «“Башнефть” АНК» “Башнефть—Добыча” ЯСЙ-ның “Ишимбайнефть” НГДУ‑һы эшкәртә. 580 скважина бырауланған, 2009 й. 5,8 мең т нефть сығарылған.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018