АВДОНИН Александр Николаевич (27.11.1948, Чита өлк. Түбәнге Хила а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2006). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1973) СССР ФА Себер бүлексәһенең Көнсығыш Себер филиалында эшләй. 1976 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта (2000—01 йй.  филос. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре онтология һәм танып белеү теорияһы, фән философияһы, социаль философия проблемаларына арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Обоснование фундаментальных теоретических объектов. Уфа, 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018