ҒАТАШ (Ғатауллин) Рәдиф Кәшфулла улы (30.3.1941, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Марс а.), шағир. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2012). ТАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Ҡазан ун‑тын (1964), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1969) тамамлаған. 1961 й. алып Татарстанда йәшәй: 1969 й. — Татарстан китап нәшриәте, 1973 й. — “Ялҡын” балалар ж. хеҙм‑ре, 1975—2011 йй. “Казан утлары” (“Ҡазан уттары”) ж. шиғриәт бүлеге мөдире. “Гөлдәр һыу һорай” (татар телендә) исемле тәүге китабы 1966 й. нәшер ителә. Ғ. шиғырҙары тәрән лиризм м‑н һуғарылған. “Ҡояшлы утрауҙар” (1967), “Күңел таштары” (1971), “Йөрәк һөйләй” (1982; бөтәһе лә — татар т.) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарында йәшлек, мөхәббәт, үҙ халҡына файҙалы булырға ынтылыу т‑да яҙа. “Өфөнән хат”, “Ағиҙелдә һине һағынам...”, “Йондоҙло ел” һ.б. (бөтәһе лә — татар т.) шиғырҙары Башҡортостанға арналған. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (2008).

Ә ҫ ә р ҙ.: Хистәрем бурандары: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1998; Сайланма әсәрләр: 3 томда. Казан, 2009; Гаташнамә. Казан, 2009.

 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика