ИРӘНДЕК АЙЫУЫ”, тәбиғи алтын киҫәге. 1992 й. Йылайыр свитаһының вулканоген‑ултырма тоҡомдарын ҡаплаған делювиаль ултырмаларҙа, Баймаҡ р‑ны Күсей а. янында элекке Һунар‑Үҙәк руднигынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә “Ирәндек” с‑зы механизаторы Р.И.Үтәғолов таба. Төҫө һары, яңы киҫелешендә салт һары. Формаһы пластинкалы. Пластина йөҙөнөң бер яғы һәм сите шыма, йышылған. Оҙонлоғо яҡынса 31 см, киңлеге 18,5 см. Ҡалынлығы — ситтәрендә 0,5 см, урта өлөшөндә 1,5 см тиклем. Дөйөм күләме 310 см3, ҡатнашмалар һәм ҡабығы яҡынса 5%‑ын тәшкил итә. Уртаса тығыҙлығы 15,43 г/см3. Ауырлығы 4 кг 788 г. Йәнселгән урыны юҡ. Химик составы б‑са юғары пробалы платина-иридий‑палладийлы алтын. БР-ҙың Милли музейында һаҡлана.

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.