ИРӘНДЕК СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович Баймаҡ р‑нында айырып күрһәтә (1932). И.с. ултырмалары Башҡортостандың Урал аръяғында көньяҡтан төньяҡҡа табан 200 км ашыуға һуҙылған (Ирәндек һырты районы). Башлыса лава, базальт һәм андезибазальт составындағы лавобрекчия, туф, тефроид, вулканомикт тоҡомдарҙан тора (ҡалынлығы 3500 м тиклем). Баймаҡ‑Бүребай свитаһында ята, Ҡарамалыташ свитаһы м‑н ҡаплана. Аҫҡы һәм өҫкө ярым свиталарға бүленә. И.с. йәше — эйфель ярусы. И.с. ултырмаларына Салауат баҡыр‑порфир мәғдәндәре ятҡылығы (Әбйәлил р‑ны), баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары һәм кварцлы юлаҡтарҙағы алтын мәғдәне сығанаҡтары тура килә.

Әҙәб.: Маслов В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; Серавкин И.Б. Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986; Маслов В.А., Артюшкова О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.