ҒӘЛИМОВ  Зиннәт Абдулхаҡ улы [10.9.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Буҙат а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) – 13.8.1983, Алма-Ата ҡ., БР‑ҙың Стәрлебаш р‑нының ш. уҡ исемле ауылында ерләнгән], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1953 й. алып Стәрлебаш район мәҙәниәт һарайында; 1958—82 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Путь Ленина” (“Ленин юлы”; ҡара: “Стерлибашевские родники”) гәз. бүлек мөдире; 1962 й. башлап “За урожай” (“Уңыш өсөн”; ҡара: “Путь Октября”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. 1963—73 йй. Күмертау ҡ. пр‑тиеларында эшләй. “Тынғыһыҙ көндәр” исемле тәүге китабы 1961 й. сыға. Ғ. әҫ. төп темаһы — кешенең коллектив һәм йәмғиәт алдындағы яуаплылығы. “Күңел йылыһы” (1973) һәм “Юлдар осраша” (1977) повестарында автор геройҙарын тормоштарындағы хәл иткес мәлдәрендә әхлаҡи һайлау алдына ҡуя. “Еңеү яҙы” (1964) китабында ауыл хеҙмәтсәндәренең һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошо һүрәтләнә. Бер нисә хикәйәһе һәм “Старшина” (1993) повесы автобиографик характерҙа.

   Әҫәрҙ.: Райхана: повестар. Өфө, 2000.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика