ИЛЬМЕНИТ (Көньяҡ Уралдағы Илмән һырты исеменән), оксидтар класы минералы, FeTiO3. Кристалдары пластинка рәүешендә. Агрегаттары тығыҙ, бөртөклө. Төҫө ҡара, ялтырауығы ярым металдан металға тиклем. Ҡатылығы 5—6, тығыҙлығы 4800 кг/м3, йәбешкәклеге юҡ; аҙыраҡ магнитлы. Акцессор минерал рәүешендә магматик һәм ҡайһы бер метаморфик тау тоҡомдарында була; ватыҡ минерал булараҡ ултырма тоҡомдарҙа күҙәтелә, һибелмә тау тоҡомдарында туплана. Титан етештереү өсөн сеймал булып тора. БР‑ҙа И. Белорет метаморфик комплексының кристаллы һәүерташтарында, һелте һәм урта составтағы магматик тоҡомдарҙа осрай.

Әҙәб.: Россыпные месторождения России и других стран СНГ. М., 1997.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.