ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович (17.11.1905, Терек өлкәһе Волын-Магометан а. — 15.7.1985, Мәскәү), нефтсе‑геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1962). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1975). 1942—63 йй. “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге девон һәм аҫҡы карбон ҡатламдарындағы нефть ятҡылыҡтарын өйрәнеү һәм үҙләштереүгә бәйле. З. ҡатламдарҙа контурҙың эсенә һәм тышына һыу ебәреү, һыу үткән скважиналарҙан шыйыҡлыҡты арттырып сығарыу ысулдарын эшләй һәм ҡулланыуға индерә. Туймазы нефть ятҡылығын асыуға етәкселек итә, девон нефтен эҙләү инициаторҙарының береһе. Сталин пр. лауреаты (1946, 1950). Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика