ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич (30.8.1957, Лебедянь ҡ.), геолог. Геол.минералогия ф. д‑ры (2008). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Геология ин‑тында эшләй: 1989 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының формалашыуы, Көньяҡ Уралдың төбәк структур геологияһы, тектонофизикаһы мәсьәләләренә арналған. З. дөйөм коллизияның һуң палеозой этабында палеоокеан секторының структур эволюцияһының төп законлығын асыҡлай; алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының төп төрҙәре барлыҡҡа килеүенең структур парагенезисын, механизмдарын һәм тектонофизик режимдарын өйрәнә; алтынды контролдә тотоу структураларының Урал өсөн яңы төрө — төрлө масштабтағы транстенсив дуплекстарҙы айырып күрһәтә. 137‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Разрывная тектоника и рудоносность Башкирского Зауралья. Уфа, 2001 (авторҙ.); Структурные условия формирования коллизионных месторождений золота восточного склона Южного Урала. Уфа, 2009.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика