ЕЛМӘРҘӘК СВИТАҺЫ, өҫкө рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. О.П.Горяинова һәм Э.А.Фалькова тарафынан Елмәрҙәк һыртында айырып күрһәтелә (1931). Ултырмаларҙы Горяинова (1931, 1940), А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1956), В.И.Козлов (1982, 1986) һ.б. тасуирлай. Е.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының көнбайыш һыртына (оҙонлоғо 150 км ашыу, киңлеге 7—15 км), Алатау антиклинорийының көнбайыш (оҙонлоғо 140 км ашыу, киңлеге 2—3 км) һәм көнсығыш (оҙонлоғо яҡынса 150 км, киңлеге 2—5 км), Башҡорт мегантиклинорийының көнсығыш (оҙонлоғо яҡынса 40 км, киңлеге 1—4 км) битләүҙәренә барып етә. Свитаға Алатау, Баштин, Елмәрҙәк, Кесе Бирйән, Ҡалыу, Салдыс һ.б. һырттар инә. Ялан шпаты-кварцлы, аркозлы, субаркозлы төрлө бөртөклө ҡомташтарҙан һәм алевролиттарҙан, полимиктлы, кварцлы һәм балсыҡлы һәүерташтарҙан ғибәрәт; конгломерат, гравелит һәм ҡомло доломит ҡатлауҙары һәм линзалары билдәле. Свитаның ҡалынлығы 1400—3000 м. Әкренләп әүжән свитаһына күсеп ята, ҡытау свитаһы ҡатламдары м‑н ҡаплана. Ярым свиталарға бүленә: бирйән (балсыҡлы һәүерташ һәм ваҡ ҡырсынташлы конгломерат, гравелит һәм доломит ҡатыш ялан шпаты-кварцлы, аркозлы, субаркозлы төрлө бөртөклө ҡомташтар һәм алевролиттар; ҡалынлығы 800—2000 м); нөгөш (алевролиттар, кварцлы һәм балсыҡлы һәүерташ, кварцлы ҡомташ ҡатлауҙары; ҡалынлығы 200—300 м); ләмәҙ (шул уҡ составтағы алевролит ҡатыш кварцлы ҡомташтар һәм балсыҡлы һәүерташтар; ҡалынлығы 100—250 м); бәҙәреш (ялан шпатлы һәм полимиктлы ҡомташтар һәм алевролиттар, балсыҡлы һәүерташтар һәм доломиттар; ҡалынлығы 300—400 м). Свитаның йәше — өҫкө рифейҙың аҫҡы бүлеге. Өҫкө рифей комплексының үҫемлек микрофоссилиялары (мулдаҡай микробиотаһы), микрофитолиттары һәм һирәк осраусы Juruzania sp. III строматолиттары тупланған. Е.с. — Рәсәйҙең һәм донъяның рифей ҡатламдарын корреляциялағанда реперҙарҙың береһе.

Әҙәб.: Стратиграфия древних “немых” толщ западного склона Южного Урала //Известия Вестник геолого-разведочного объединения. М., 1931. Т.52. Вып.70; Козлов В.И. Верхний рифей и венд Южного Урала. М., 1982.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика