АВДОН, Өфө р‑нындағы ауыл, Авдон а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 19 км һәм Авдон т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 355 кеше; 1920 — 395; 1939 — 352; 1959 — 335; 1989 — 4196; 2002 — 4970; 2010 — 5201 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһында эшләй. Урта һәм музыка мәктәптәре, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Рәсәйҙең үҙәк губ. күсеп килеүселәр Ефтюхино исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. (хәҙ. исем м‑н) 35 йортта 214 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1850 й. төҙөлгән), училище, шарап ҡыуыу з‑ды булған. 1906 й. сиркәү, сиркәүәхәллә мәктәбе, ветеринария пункты, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; алпауыт Коропачёва усадьбаһы булған. 20 б. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында А. Шурыгин бүлендек ауылы ҡушылған.

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018