ЕР ҠАБЫҒЫ, аҫты Мохоровичич (Мохо) йөҙө м‑н сикләнгән Ерҙең тышҡы ҡатламы. Континенталь һәм океаник Е.ҡ. айыралар. Континенталь Е.ҡ. иң боронғо тау тоҡомдарының йәше яҡынса 4 млрд йыл, океаник Е.ҡ. — яҡынса 200 млн йыл. Континенталь Е.ҡ. төҙөлөшө шартлы рәүештә ҡатламдарға бүленә: өҫкөһө — ултырма, уртансыһы — “гранит-метаморфик”, аҫҡыһы — “базальт”; ҡалынлығы яҡынса 40 км, тау һырттары аҫтында 80 км тиклем. Ҡыҫым арҡаһында барлыҡҡа килгән төҙөлөштәр (шыуҙырма, шарьяждар һ.б.) өҫтөнлөк итә. Океаник ҡатлам “гранит-метаморфик” ҡатламының булмауы һәм ултырма ҡатламының ҡалынлығы түбән булыуы м‑н билдәләнә; ҡалынлығы 10—20 км, утрауҙар аҫтында 30 км тиклем. Һуҙылыу арҡаһында барлыҡҡа килгән төҙөлөштәр (рифттар һ.б.) өҫтөнлөк итә. Материктарҙан океанға күсеү зонаһында аралыҡ типтағы Е.ҡ. (субконтиненталь һәм субокеаник) үҫеш ала. Литосфера плиталары тектоникаһы теорияһына ярашлы, Е.ҡ. үҫеше эҙмә-эҙлекле океаник Е.ҡ. яйлап континенталь Е.ҡ. м‑н алыштырыу йүнәлешендә бара. Башҡортостан терр‑яһында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм сиктәш терр‑яларҙың Е.ҡ. тәрәндәге төҙөлөшөн сейсмик тикшереү 1960—90 йй. үткәрелә (ҡара: Сейсморазведка). Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә төрлө типтағы Е.ҡ. булған өлкәләр айырып күрһәтелә: Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш сиге, Урал алды, Урал (Урал орогены) һәм Турғай. 90‑сы йй. Е.ҡ. тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеү б‑са эштәр URSEIS—95 проекты сиктәрендә үткәрелә (ҡара: Геофизика). Урал орогенында көнбайыш, үҙәк һәм көнсығыш домендары айырылған. Е.ҡ. көнбайыш һәм көнсығыш домендарының ҡалынлығы яҡынса 40—42 км, Мохо йөҙө асыҡ билдәләнә, үҙәк домендыҡы — яҡынса 55—60 км, Мохо йөҙө асыҡ билдәләнмәй; был ҡатлам һәм мантия составтарының оҡшашлығына, уларҙың ҡушылыуына бәйле, тип фараз ителә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе Көньяҡ Урал Е.ҡ. төҙөлөшөнөң бивергент (елпеүескә оҡшаш киҫелештә) характерлы булыуын күрһәтә.

Әҙәб.: Пучков В.Н. Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники геодинамики и металлогении). Уфа, 2010.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика