ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович (1851 — 23.8.1901, С.‑Петербург), тау инженеры, эшҡыуар. Фән кандидаты. С.‑Петербург ун‑тын тамамлағандан һуң (1870) Ырымбур губернаһының алтын приискыларында эшләй. 1886 й. Успенский приискыһында — хлоринация ысулы, 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1897) Кочкарь алтын приискыларының Митрофан приискыһында цианлау ысулы м‑н алтын мәғдәнен эшкәртеү б‑са Рәсәйҙәге беренсе ф‑каны төҙөй.

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.