ВӘЛИТОВ Ишбулды Ғиниәт улы (13.5.1935, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Эткөсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Яңауыл а. — 12.2.2013, Стәрлетамаҡ ҡ.), әҙәби тәнҡитсе. Филол. ф. канд. (1973). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) ТТӘИ хеҙм‑ре. 1962—2007 йй. СДПА‑ла эшләй: 1977 й. алып башҡ. теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире, 1987— 99 йй. әҙерлек бүлеге мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге З.А.Биишева, Ж.Ғ.Кейекбаев, М.Кәрим, Ә.Хәким һ.б. әҫәрҙәренең стиль һәм жанр үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған. “Ижади үрҙәргә” (1986) китабында фольклор традицияларының әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшерә; А.Х.Абдуллин, Р.Ғ.Солтангәрәев, Ш.М.Янбаев һ.б. әҫәрҙәрен анализлай. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ғәли Ибраһимов (1998), З.Биишева (2001) ис. пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Ә ҫ ә р ҙ.: Зәйнәб Биишева ижады. Өфө, 1980 (авторҙ.).

 Р.Н.Байымов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика