ДУНИТ (Яңы Зеландиялағы Дун тауы исеменән), интрузив ультраһелтеле тау тоҡомо. Акцессор хром-шпинелид ҡушымталары булған юғары магнезиаль оливиндан, һирәгерәк магнетиттан, ильмениттан тора. Структураһы ваҡ һәм уртаса бөртөклө, текстураһы массив. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Д. перидотиттар, пироксениттар м‑н әкренләп күсешеүгә бәйле; йыш ҡына серпентинлашҡан. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙәге Д.-гарц-бургит һәм Д.-пироксенит-габбро комплекстары составында, ҡатламланған интрузиялар платформаларында таралған. Д. ятҡылыҡтары м‑н хромит, аҡ алтын, никель, тальк, хризотил-асбест ятҡылыҡтары бәйле. Утҡа сыҙамлы материалдар етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа Йылайыр синклинорийында (Ҡыраҡа массивындағы ультраһелтеле тау тоҡомдарында) һәм Магнитогорск мегасинклинорийында (Миндәк, Нәрәле һ.б. массивтарҙа) таралған. Уларға хромит (Оло Башарт, Бөрйән р‑ны), тальк (Кирәбе) һәм хризотил‑асбест (Ураҙ; икеһе лә Учалы р‑нында) ятҡылыҡтары бәйле.

Хеҙм.: Заварицкий А.Н. Изверженные горные породы. М., 1961; Магматические горные породы. В 6 т. Т.5. М., 1983.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018