ДОЛОМИТ (фр. геологы Д.Доломьё исеменән), 1) СаМg(СО3)2 карбонаттар класы минералы. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Бүленеп сығыу формалары тупаҫ бөртөклө агрегаттарҙан тығыҙ ауырлыҡҡа тиклем. Төҫһөҙ, аҡ, һоро төҫтә, көрән йәки йәшкелт сағылышлы, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 2800—2900 кг/м3, йәбешкәклеге камил. 2) Күбеһенсә Д. минералдарынан торған ултырма тау тоҡомо. Кальцит, ангидрит, гипс, кварц, халцедон һ.б. ҡушылмалары бар. Металлургияла (утҡа сыҙамлылар һәм флюстар), а.х. (ҡара: Агрономик мәғдәндәр), быяла етештереүҙә (юғары сыҙамлы быялалар өсөн сеймал), төҙөлөштә (аҡ таш, йөҙләү таштары, ҡырсынташ), сәнәғәтендә ҡулланыла. БР терр‑яһында һуң кембрий алды һәм палеозойҙың карбонатлы ҡатламдары составындағы төрлө ҡалынлыҡтағы ҡатлам рәүешендә бирелә. Ҡатай Д. ятҡылығын — Белорет металлургия комбинаты, Ташлыныҡын Красноусол быяла заводы файҙалана. Александровка ятҡылығы (Белорет р‑ны) тикшерелгән.

Әҙәб.: Рухин Л.Б. Основы литологии. Л., 1961; Минерально-производственный комплекс неметаллических полезных ископаемых Республики Башкортостан. Казань, 1999.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018