ДИОРИТ (гр. diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы кристаллик‑бөртөклө, текстураһы бер төрлө массив, һирәкләп төрлө. Төҫө һоро (ҡараға тиклем), ҡайһы саҡта йәшкелт. Д. яйлап күсеүҙәре гранит (гранодиорит аша) һәм габбролар (габбродиорит аша) м‑н бәйле. Платформалы һәм таулы‑йыйырсыҡлы өлкәләрҙә таралған. Ҡырсынташ һәм йөҙләү материалдары етештереү өсөн файҙаланыла. БР‑ҙа Д. Башҡорт мегантиклинорийындағы Ҡуҫа‑Копан ҡатламланған интрузия составында, Магнитогорск мегасинклинорийындағы Ахун гранит массивы составында, Нәрәле һәм Миндәк ультраһелтеле массивтарында осрай.

Әҙәб.: Заварицкий А.Н. Изверженные горные породы. М.; Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке