ДИАБАЗ (гр. diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы б‑са базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән, япмалар, силдар, дайкалар рәүешендә ята. Юл төҙөлөшөндә ҡулланыла. Башҡортостанда Магнитогорск мегасинклинорийында — япмалар һәм дайкалар рәүешендә палеозойҙың ултырма‑вулканоген ҡатламдарында, Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә рифей йәшендәге дайкаларҙа һәм силдарҙа таралған.

Әҙәб.: Заварицкий A.Н. Изверженные горные породы. М.—Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке