ДЕВОН, девон системаһы (осоро), палеозойҙың дүртенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 416,0±2,8 млн йыл, тамамланыуы — 359,2±2,5 млн йыл (ҡара: Геохронология). Англияла Р.Мурчисон һәм А.Седжвик тарафынан 1839 й. айырып күрһәтелә, Девоншир графлығы исеме б‑са атала. Д. аҫҡы, урта, өҫкө бүлектәргә (эпохаларға) бүленә. Аҫҡы бүлеге (аҫтан өҫкә) — лохков ярусы, прага ярусы һәм эмс ярусына; уртансыһы — эйфель ярусы һәм живе ярусына; өҫкө бүлеге франс ярусы һәм фамен ярусына бүленә. Дәүерҙең башы — диңгеҙ майҙанының кәмеү һәм континенталь ҡатламдың тупланыу өлкәһенең киңәйеүе, уртаһы — трансгрессияның артыуы (диңгеҙҙең баҫып алыуы), һуңғыһы уларҙың кәмеүе м‑н характерлана. Д. хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының төрлөлөгө м‑н билдәләнә. Конодонт, гониатит, остракод, брахиопод, мәрйен, мүк, криноидея, балыҡтарҙан торған ихтиофаунаның төрлөлөгө киңәйә. Ҡоро ергә беренсе умыртҡалылар — тетраподтар сыға. Ерҙә үҫеүсе яңы үҫемлектәр барлыҡҡа килә: псилофит, абаға, көкөрт үләне, ҡырҡбыуын. Фотосинтез процесының интенсив үҫеше атмосфера составын үҙгәртә: углекислый газ күләме кәмей, кислород арта. Һуң Д. күп һандағы үҫемлек һәм хайуандарҙың яңы төрҙәре м‑н алмашынған тере организмдарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Башҡортостан терр‑яһында Д. хәҙерге Төньяҡ Америка һәм Көнсығыш Европанан торған Лавруссия палеоконтинент сигендә була. Һуң Д. Лавруссия Урал палеоокеаны Магнитогорск утрауҙар дуғаһы м‑н бәрелешә. Д. тау тоҡомдары респ. терр‑яһында киң таралған: Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында — эзбизташ, ҡомташ, конгломерат, балсыҡлы һәүерташ; Башҡортостандың Урал аръяғында — вулканоген һәм вулканоген‑ултырма тоҡомдар (базальт, андезит, дацит, кремнезёмлы тоҡом, яшмоид, граувакк ҡомташы, балсыҡлы һәүерташ) рәүешендә, 10000—12000 м ҡалынлыҡта. Башҡортостандың Урал алдында Д. тау тоҡомдары 4000 м тәрәнлектә ята. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында ятҡылыҡтарҙың эзбизташ ҡая рәүешендә ер өҫтөнә сығып ятҡан урындарының күбеһе — Ағиҙел й. үҙәнендә (Белорет ҡ. алып Йомағужа һыуһаҡлағысы ярҙарына тиклем). Башҡортостандың Урал алды Д. ҡатламдарына — нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары (Туймазы нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы, Серафимовка нефть ятҡылығы), Башҡортостандың Урал аръяғына төҫлө һәм затлы металл ятҡылыҡтары (Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығы һ.б.) һ.б. тура килә.

Әҙәб.: Девонские отложения Башкирии. Ч. 1. Стратиграфия. М., 1961; Маслов В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М.,1980.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018