ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы [14.6.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 11.8.2010, БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Бүребай а.], быраулаусы. 1949 й. алып “Уралцветметразведка” тресының Баймаҡ геол. разведка партияһында (1954 й. башлап өлкән быраулау мастеры); 1958—88 йй. — “Башкиргеология” ПБ‑ның Хәйбулла геол. разведка партияһында (1959 й. тиклем һәм 1969 й. алып өлкән быраулау мастеры). Д. еспубликаның баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә скважиналарҙы тиҙ быраулау ысулдарын индерә. Октябрь һәм Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

М.Г.Некрасов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018