ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы (8.6. 1946, Ишембай ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1979). 1962—68 йй. Ишембай электр селтәрҙәрендә, 1972 й. алып “Ишимбайнефть” НГДУ‑һында, 1974 й. “Ишимбайжилстрой” тресында эшләй. 1975 й. башлап “Нижневартовскнефть” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһында: үҙәк инженер‑технология хеҙмәте нач., нач. урынбаҫары, 1985 й. алып ген. директор. 1996 й. алып Мәскәүҙә эшләй: Көнсығыш нефть компанияһының вице‑президенты; 1997 й. башлап Төмән нефть компанияһының 1‑се вице‑президенты; 1999 й. алып “Нефтеотдача” Рәсәй тармаҡ‑ара фәнни‑техник комплексы фәнни‑технологик компанияһының вице‑президенты, 2000 й. — президенты, 2005 й. башлап “Газнефтепром” ЯАЙ‑ның ген. дир. урынбаҫары. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть сығарыуҙы һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологияларын, нефть скважиналарын туҡтауһыҙ эшләүсе насос ҡулайламалары м‑н файҙаланыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйле. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 16 уйлап табыу авторы. Ханты‑Манси авт. округы думаһының 2‑се, Төмән өлк. думаһының 2‑се саҡырылыш депутаты. 

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика