АВДЕЕВ Михаил Васильевич [28.9.1821 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.9.1821), Ырымбур — 1.2.1876, С.‑Петербург], урыҫ яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, публицист. 1830 йй. башында Өфө ир балалар гимназияһында уҡыған. С.‑Петербург тимер юл инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1842). 1852 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендәге нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән Борон имениеһында урынлаша. 1861—62 йй. Ырымбур крәҫтиән эштәре б‑са присутствие ағзаһы. Сәйәси ышанысһыҙлыҡта ғәйепләнеп, 1862 й. Петропавловск ҡәлғәһенең Алексеевский равелинына ябыла, Пензаға, аҙаҡтан Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелә; 1867 й. тиклем полиция күҙәтеүе аҫтында була. “Тамарин” (1852), “Һыу аҫты ташы” (“Подводный камень”; 1860), “Ике ут араһында” (“Меж двух огней”; 1868) романдары авторы. А. “Провинцияға хаттар” (“Письма в провинцию”; 1870), “Әҙәбиәттәге көнүҙәк мәсьәләләр. Критик этюдтар” (“Злоба дня в литературе. Критические этюды”; 1873), “50 йыл арауығындағы әҙәбиәт геройҙары һәм героинялары йөҙөндә беҙҙең йәмғиәт сағылышы” (“Наше общество в героях и героинях литературы за 50 лет”; 1874) публицистик һәм әҙәби‑тәнҡит әҫ. билдәле. Урыҫ әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан тәбиғәтен һәм башҡорттарҙың 19 б. уртаһындағы көнкүрешен һүрәтләй (“Тауҙар” — “Горы” хикәйәһе, 1851; “Ҡымыҙға барыу” — “Поездка на кумыс” очеркы, 1852 һ.б.). “Юлдағы һүрәтләмәләр (Кавказға барыуҙан)” [“Дорожные заметки (Из поездки на Кавказ)”; 1854] китабында Өфө һәм уның тирә‑яғы һүрәтләнә.

Хеҙм.: Сочинения: в 2 т. СПб., 1868—1870; Поездка на кумыс: роман, рассказы, очерк. Уфа, 1987.

С.М.Әйүпов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.