ГРАНАТТАР (лат. granatus — бөртөклө), A2+—Mg, Fe, Mn, Ca; B3+ — Al, Fe, Cr, Ti һ.б. булған A32+B23+(SiO4)3  дөйөм формулалы  үҙгәреүсән составлы ортосиликат минералдар төркөмө. Алюминлыларға — пиральситтарға (пироп, альмандин, спессартин) һәм кальцийлыларға — уграндиттарға (уваровит, гроссуляр, андрадит) бүленәләр. Бүленде формалары: кристалдар (ғәҙәттә 12 йәки 24 ҡырлы дөрөҫ формалы), йомро бөртөктәр, бөртөклө агрегаттар. Г. ҡыҙыл (пироп, альмандин), ҡыҙғылт һары (спессартин), ҡыҙғылт һоро (андрадит), йәшел (гроссуляр), асыҡ йәшел (уваровит) төҫтә була. Ҡатылығы 6,5—7,5; тығыҙлығы 3500—4300 кг/м3. Төбәк- һәм контакт-метаморфозлашҡан, сағыштырмаса һирәк — магматик тау тоҡомдарында барлыҡҡа килә. Үтә күренмәүсән Г. абразив материал булараҡ, матур төҫтәге үтә күренмәле төрҙәре зәргәләк эшендә ҡулланыла. БР‑ҙа Мәҡсүт метаморфик комплексының, Белорет метаморфик комплексының кристаллы һәүерташтарында һәм эклогиттарында (башлыса альмандин), һирәк кенә Ҡыраҡа һәм Миндәк массивтарының ультраһелтеле тоҡомдарында (башлыса пироп) таралған.

Әҙәб.: Алексеев А.А. Минералогия, минеральные ассоциации и метаморфические фации максютовского эклогит-глаукофансланцевого комплекса //Магматизм, метаморфизм и рудоносность Южного Урала. Уфа, 1975; Годовиков А.А. Минералогия. М., 1975.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика