ВӘЛИД (Вәлидов) Батыр Хажиәхмәт улы [20.4.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Туҡтағол а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 26.2.1969, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) “Ҡыҙыл Баймаҡ” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре, 1935—40 йй. Баймаҡ тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында алған ауыр контузия һөҙөмтәһендә һуҡырая, әммә ижади эшмәкәрлеген дауам итә. “Асыу ҡатыш йылмайыу” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1928 й. сыға. Индустриялаштырыуға арналған “Тау балаһы” (1929), “Еңеү” (1932), “Борғо тауышы” (1932) шиғри йыйынтыҡтары; тыуған яҡ гүзәллеген данлаусы “Күңел күҙе” (1962), “Ҡурай моңо” (1964) шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. В. шиғырҙарына комп. Х.К.Ибраһимов йырҙар яҙған. Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Сибай ҡ. һәм Баймаҡ р‑ны Күсей а. урамдар шағир исеме м‑н аталған. Уның исемендәге премия булдырылған.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Йылдарым — йырҙарым. Өфө, 1965; Тауҙарҙа тыуған моңдар: хикәйәт. Өфө, 1968; Голубой Ирендык: стихи. Уфа, 1970.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика