ГНЕЙС (нем. Gneis), метаморфик тау тоҡомо. Ялан шпаты, кварц, биотит, мөгөҙ обманкаһынан һ.б. тора. Тәүге тоҡомдарҙың сығышы б‑са ортогнейстар, парагнейстар, ҡара төҫтәге минералдар составы б‑са амфиболлы, биотитлы, гранатлы, кианитлы һ.б. айырыла. Структураһы гранобластлы, порфиробластлы; текстураһы һәүерташлы, һыҙыҡлы; төҫө асыҡ һоронан ҡуйыға тиклем. Ҡырсынташ етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа Көнсығыш Европа платформаһының кристаллы нигеҙе, Башҡорт мегантиклинорийының Александр, Өпәле, Тараташ метаморфик комплекстары составына инә.

Әҙәб.: Саранчина Г.М., Шинкарев Н.Ф. Петрология магматических и метаморфических пород. 2-е изд., перераб. и доп. Л., 1973.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика