ГЛАУКОФАН (гр. glaukes — күкһел йәшел һәм phanes — тойолған), һелтеле амфиболдар төркөмө минералы, Na2Mg3Al2 [Si8O22](OH)2. Кристалдары призматик, энәле. Агрегаттары нурлы, сүсле, сферолитлы. Төҫө тоноҡ зәңгәрҙән ҡуйы шәмәхәгә тиклем, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6, тығыҙлығы 3100—3400 кг/м3. БР‑ҙа Мәҡсүт метаморфик комплексында киң таралған.

Әҙәб.: Алексеев А.А. Минералогия, минеральные ассоциации и метаморфические фации максютовского эклогит-глаукофаносланцевого комплекса //Магматизм, метаморфизм и рудоносность Южного Урала. Уфа, 1975; Годовиков А.А. Минералогия. М., 1975.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика