Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GIPS.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GIPS.jpg'

ГИПС (гр. gypsos — аҡбур, эзбиз), 1) сульфаттар класы минералы, СаSO4·2H2O. Кристалдары табаҡлы, призматик. Агрегаттары бөртөклө, япраҡлы, радиаль-энәле; сүсле юлаҡтар; конкрециялар. Г. төрҙәре: селенит (сүсле), алебастр (бөртөклө), гипс шпаты (кристаллы) һ.б. Саф Г. төҫһөҙ йәки ап-аҡ, үтә күренмәле; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 1,5—2, тығыҙлығы 2300 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Һыуҙа әҙ эреүсән. 2) Ултырма тау тоҡомо. Г. минералдар һәм ҡушылмаларҙан (доломит, ангидрит, тимер гидроокислалары, көкөрт һ.б.) тора. Алебастр һ.б. бәйләүес матдәләр, гипслы цемент, быяла, көкөрт кислотаһы етештереүҙә ҡулланыла. Г. ултырмалары Башҡортостандың Урал алдында киң үҫешкән. Эҫем һәм Ағиҙел йй. буйлап ер өҫтөнә сыға (Иглин р‑нындағы Охлебинин ятҡылығы). Һәләүек (Стәрлетамаҡ р‑ны), Мәҡсүт (Туймазы р‑ны) ятҡылыҡтары үҙләштерелә, Түбәнге Ләкәнде (Ауырғазы р‑ны), Санйын, Разномойка (Көйөргәҙе р‑ны), Вотикеев (Өфө р‑ны) һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика