ҒИЛӘЖЕВ Рәил Мәсәлим улы (12.8.1953, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), тау инженер‑нефтсеһе. Техник ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Туймазы быраулау эштәре идаралығында эшләй: 1984 й. алып бүлек мөдире, 1995 й. — баш инженер; 1998 й. башлап Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында: 1998 й. һәм 2002 й. алып дир. урынбаҫары, 2000 й. һәм 2004 й. — дир., 2010 й. — бүлек мөдире. 2011 й. башлап “АНЕГА—Бурение” ЯСЙ (Өфө) ген. дир. 1‑се урынбаҫары, баш инженеры. Фәнни-производство эшмәкәрлеге күп забойлы скважиналар төҙөү технологияларын эшләү һәм камиллаштырыу м‑н бәйле. Ғ. скважиналарҙың ситтәге үҙәген быраулау ысулын системалаштыра. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, 37 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Бурение нефтяных скважин с боковыми стволами. М., 2002; Технология строительства скважин с боковыми стволами. Уфа, 2002 (авторҙ.); Физико‑химические основы применения полисахаридных буровых растворов для закачивания скважин. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика