ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (3.1.1963, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Шырлыҡ а.), географ, геоморфолог. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1980 й. Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1986 й. башлап “Нефтеотдача” ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. башлап “Нефтегазтехнология” ҒПБ‑нда: төп геолог, 1997 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — баш технолог, 2003 й. — дир. урынбаҫары. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм файҙаланыуға бәйле. Ғ. ҡатнашлығында күп ҡатламлы ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙең геотехнологик нигеҙҙәре камиллаштырыла, геофизик мәғлүмәтте анализлау, ятҡылыҡтарҙың геол.‑матем. моделдәрен эшләү, ятҡылыҡтарҙы һыуландырыу системаһын камиллаштырыу методикалары эшләнә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Разработка нефтяных пластов в поздней стадии. Т.1. Геология и разработка нефтя‑ ной залежи в поздней стадии. М., 2004 (авторҙ.).

 

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика