АВДЕЕВ Михаил Борисович (2.1.1959, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Вязовка а.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1980). Олимпия резервы спорт мәктәбе №1 һәм “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры З.Х.Адеев). Классик күпбәйге б‑са РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп., “Дуҫлыҡ” һәм “Төньяҡ илдәре Кубогы” халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1978), СССР чемпионатының бронза призёры (1981). Үҫмер спортсылар араһында 5000 м йүгереүҙә СССР чемп., донъя чемпионатының (1978) бронза призёры. СССР йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы (1978—82).

Й.А.Буранғолов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.