ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ, карбондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Ҡасим ярусында ята, әселе ярусы м‑н ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Гжель а. (Мәскәү өлк.) исеменән аталған. Карбонатлы ултырмаларынан тора; ҡалынлығы 25—700 м. Фораминифер, криноидея, бүздәк, брахиопод хас. Добрятин, павлов-посад, ногин һәм мелехов горизонттарына бүленә. Башҡортостандың платформа өлөшөндә Г.я. эзбизташтар һәм доломиттарҙан тора; скважиналарҙағы ҡалынлығы 150 м тиклем. Урал алды бөгөлөнөң күсәр зонаһында һәм Башҡорт мегантиклинорийының көнбайыш битләүендә эзбизташтар, аргиллиттар, мергелдәр һәм доломиттарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 20—50 м. Ҡатламдарҙың иң билдәле сығыштары Мәләүез р‑ны Һирәт утары янындағы Ағиҙел й., Архангел р‑ны Аҫҡын а. янындағы Аҫҡын й., Тирәкле а. янындағы Баҫыу й., Ғафури р‑ны Красноусол а. һәм Табын а. янындағы Тоҙйылға буйында урынлашҡан. Өфө амфитеатрында һәм Йылайыр синклинорийында карбонатлы-терриген тоҡомдарҙан тора; ҡалынлығы 500 м тиклем.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика