ҒӘРӘП ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Ғ.т.ү.һ. таралыуына ғәрәптәрҙең ҡаҙаныштары, ислам, урта быуаттарҙа ғәрәп телле илдәрҙә фән һәм мәҙәниәттең юғары кимәлдә үҫешкәнлеге булышлыҡ итә. Төрки телдәрҙә тәүге Ғ.т.ү.һ. — боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙа, башҡорт телендә иң тәүге шәжәрәләрҙә осрай. Башҡ. теленә Ғ.т.ү.һ. үтеп инеү процесында төрки-фарсы һәм төрки-ғәрәп тел бәйләнештәре мөһим роль уйнай. Урта Азия, Волга буйы һәм Урал төрки телдәре тарафынан Ғ.т.ү.һ. билдәле бер ҡатламы, атап әйткәндә, терминологик характерҙағы “азимут”, “алгебра”, “зенит”, “адмирал”, “альманах” һ.б. һүҙҙәр, урыҫ теле аша үҙләштерелә. Хәҙ. башҡ. телендә Ғ.т.ү.һ. лексиканың яҡынса 18%‑ын тәшкил итә, күбеһе әүҙем ҡулланылышлы һүҙ запасына инә: “аманат”, “ғаилә”, “ғалим”, “заман” һ.б. 20 б. 30‑сы йй. дингә ҡаршы пропаганданың көсәйеүе, латин алфавитына күсеүгә бәйле, ғәрәп теленән үҙләштереү процесы туҡтап тора. 90‑сы йй. алып башҡ. теле лексикаһының башлыса мәҙәни, сәйәси‑иҡт., дини өлкәләргә ҡараған Ғ.т.ү.һ. м‑н тулыланыу тенденцияһы күҙәтелә: “иҡтисад”, “сәйәсәт”, “сәнәғәт”, “табип” һ.б.

Әҙәб.: Дмитриев Н.К. Строй тюркских языков. М., 1962; Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

Р.Ғ.Ғилманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика