ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ, ғилми-производство пр‑тиеһы, ААЙ. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1956 й. Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы булараҡ асыла, 1972 й. Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тына үҙгәртелә, 1995 й. алып Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑ты исемен һәм хәҙ. статусын йөрөтә. Институттың ғилми бүлектәре нигеҙендә Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ (ҡара: “Геофизика”) һәм Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин‑тының Калинин бүлексәһе (Тверь ҡ.) ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: скважиналарҙы геофизик тикшереү өсөн, ш. иҫ. вертикаль сейсмик профиль биреү, акустик, радиоактив һәм гидродинамик каротаж, электромагнит дефектоскопия, күп каналлы һанлы спектрометрия өсөн технологиялар һәм аппаратура уйлап табыу; горизонталь һәм ауыш йүнәлешле, үтә тәрән скважиналарҙы тикшереү өсөн автоном приборҙар һәм системалар эшләү һәм производствоға индереү; геофизик эштәр, скважиналарҙың техник торошон контролдә тотоу, экологик мониторинг һ.б. Институт составы: 7 ғилми бүлек, һынау һәм 2 ғилми лаб., тәж. производствоһы, метрология үҙәге. 2011 й. 278 кеше, ш. иҫ. 151 ғилми хеҙм‑р (уларҙың 2‑һе фән д‑ры, 24‑е фән канд.) эшләгән. Геофизик техника һәм ҡорамалдар б‑са 300‑ҙән ашыу тәж.-конструкторлыҡ уйлап табыу, скважиналарҙы тикшереүҙең 75 технологияһы эшләнә. Уйлап табыуҙарға 800‑ҙән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патент алына, 2600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт баҫыла. Белоруссия, Германия, Канада, Ҡаҙағстан, Ҡытай, РФ, Украина, Япония һ.б. ҒТИ‑лары һәм үҙәктәре м-н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: И.И.Башлыкин (1956 й. алып), Н.Г.Нестеренко (1957 й. алып), Л.Г.Петросян (1961 й. алып), И.Г.Жувагин (1965 й. алып), А.А.Молчанов (1970 й. алып), Е.С.Кучурин (1988 й. алып), В.К.Утопленников (1990 й. алып), В.А.Опрокиднев (1992 й. алып), В.К.Теплухин (1996 й. алып), А.П.Поляков (2003 й. алып), В.Т.Перелыгин (2005 й. алып).

В.К.Теплухин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика