ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы (22.7.1933, Өфө), геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1973). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1982). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1957) МДУ‑ның Үҙәк Ҡаҙағстан экспедицияһында, 1962 й. алып 2609‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй: лаб. мөдире, баш инженер, нач. урынбаҫары. 1970 й. башлап Бөтә Рәсәй минераль сеймал ҒТИ-ның бүлек мөдире, 1976—2003 йй. РФА Литосфера ин‑тының (икеһе лә — Мәскәү), бер үк ваҡытта 1993 й. алып ТР‑ҙың Юғары технологиялар һәм инвестициялар үҙәгенең (Ҡазан) ген. дир.; 2003 й. башлап “Кремлде тәьмин итеүселәр гильдияһы” ЯСЙ-ның Күҙәтеү Советы ағзаһы. Фәнни тикшеренеүҙәре геохимия һәм минералогия проблемаларына арналған. Ғ. етәкс. ҡатмарлы тәбиғи эретмәләрҙә минераль матдәләрҙең берлектәге миграцияһының физик-химик моделе эшләнә, кристалдар (кварц һәм корунд миҫалында) структураһы камиллығының уларҙың синтезының термодинамик шарттарына бәйле булыуы өйрәнелә, гидротермаль эретмәләрҙе тикшереү приборҙары эшләнә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Рудные ресурсы и их размещение по геоэпохам. М., 1994—1996 (авторҙ.).

В.Д.Зюзгина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика