ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы (26.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Собханғол а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Собханғол а.), нефтсе‑инженер. Техник ф. канд. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1988), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995), БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Октябрьскнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1960 й. алып “Чекмагушнефть” НГДУ‑һының баш инженеры, 1966 й. — “Башнефть” берекмәһендә; 1984— 2002 йй. Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында (1998 й. тиклем дир.). Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефтьбиреүсәнлеген арттырыу ысулдарын, нефть һәм газды бер торба системаһы аша йыйыуҙы, нефть промыслаларын йыһазландырыуҙа стандарт блок ҡорамалдарын ҡулланыуҙы практикаға индереү м‑н бәйле. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 66 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1989). Окт. Революцияһы (1981), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970, 1976), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Повышение эффективности эксплуатации нефтяных скважин на поздней стадии разработки месторождений. М., 1978 (авторҙ.); Применение ЭВМ в добыче нефти. М., 1982 (авторҙ.).

 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика