ҒАБДРАХМАНОВ Нурфаяз Хәбибрахман улы (5.8.1948, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Мулла-Ҡамыш а.), инженер-нефтсе. Техник ф. д‑ры (2005). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1971 й. “Октябрьскнефть” НГДУ‑һында эшләй. 1972—79 йй. һәм 1980 й. алып “Туймазанефть” НГДУ‑һында: 1986 й. башлап цех нач., 1994 й. — баш инженер, 1999 й. — нач., 2002 й. — дир. (бер үк ваҡытта 2001 й. “Башнефть” АНК‑ның Дир. советы рәйесе); 2005 й. башлап “Спецнефтеком” ЯАЙ‑һы (Өфө) директоры. 1979—80 йй. “Джалильнефть” НГДУ‑һында (ТР) эшләй. Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарға һыу тулған шарттарҙа нефть сығарыу технологияһын камиллаштырыуға, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙең һуңғы стадияларында түбән дебитлы скважиналарҙы файҙаланыуға бәйле. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Бурение и эксплуатация скважин с боковыми стволами. Уфа, 2000 (авторҙ.); Эксплуатация малодебитных скважин Туймазинского нефтяного месторождения. СПб., 2004.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика