ГАББРО (итал. gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы б‑са кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла. Структураһы бөртөклө, эре бөртөклө, текстураһы массив, буй‑буйлы. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Йөҙләү ташы булараҡ, ш. уҡ ҡырсынташ етештереүҙә һ.б. ҡулланыла. БР‑ҙа Г. һәм габбродиабаз (структураһы б‑са Г. һәм диабаздар араһындағы тоҡом) дайкалары Башҡорт мегантиклинорийында күп осрай; Магнитогорск мегасинклинорийында гранитоидтар (Магнитогорск комплексы) һәм ультраһелтеле тоҡомдар (Миндәк, Нәрәле массивтары) берләшмәһе м‑н бәләкәй массивтар рәүешендә таралған.

Әҙәб.: Заварицкий А.Н. Изверженные горные породы. М., 1955.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика