АВГУСТИН (донъяуи исеме Сахаров Михаил Степанович; 18.10.1768, Ярославль губ. Зверинец а. — 1.1.1842, Ростов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Ырымбур епискобы (1806—18). Архимандрит (1798). Монахлыҡ ҡабул иткән (1797). С.‑Петербургта дини семинария тамамлағандан һуң (1792) С.‑Петербург һәм Ярославль ҡҡ. дини уҡыу йорттарында уҡытыусы. 1798 й. алып Ярославлдә семинария ректоры, Рязань һәм С.‑Петербург епархияларындағы бер нисә монастырь настоятеле. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында А. православие руханиҙарына талапты көсәйтә, улар өҫтөнән сиркәү‑хакимиәт контроле ҡуя; дини белем биреү системаһында реформа үткәрә. Ул эшләгән осорҙа 46 яңы православие ҡорамы төҙөлә. Дини аскетизм, үҙенән алда эшләүсене (Амвросий I) тәнҡитләү, Успение ир-егеттәр монастыры монахлығы м‑н конфликт Изге Синодтың ризаһыҙлығын тыуҙыра, шул арҡала А. Варницкий монастырында (Ростов) яңғыҙлыҡҡа дусар була. 6 томлыҡ әҫ. (баҫылмаған) авторы, улар араһында “Библия һүҙлеге” (“Библейский словарь”) һәм “Апостол ҡылған эштәр хаҡында әңгәмәләр” (“Беседы на деяния апостольские”).

Әҙәб.: Чернавский Н.М. Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем // Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Оренбург, 1902. Вып.10; Сергеев Ю.Н. Уфимско-Оренбургские епископы первой половины XIX века: материалы к биограф. слов. //Башкирский край: сб. ст. Уфа, 1994. Вып.5.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке